Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2020, 17:00

Һаҡ булығыҙ: ит өсөн ялған аҡса менән иҫәпләшкән

Ауыл халҡы күпләп мал аҫрап, унан табыш алыуы бер кемгә лә сер түгел. Һәр кем үҙенсә донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша. Аҡса көн дә кәрәк. Шуға күрә күпселек ауыл кешеһе үҙе үҫтергән малын Татарстан яҡтарынан килгән үгеҙ йыйыусыларға ла, Ырымбур өлкәһенән һарыҡ эҙләп йөрөүселәргә лә өйҙән килеп ала, хаҡы сыға тип уйлап, осһоҙ хаҡҡа булһа ла тапшырыуҙы хуп күрә.

Ауыл халҡы күпләп мал аҫрап, унан табыш алыуы бер кемгә лә сер түгел. Һәр кем үҙенсә донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша. Аҡса көн дә кәрәк. Шуға күрә күпселек ауыл кешеһе үҙе үҫтергән малын Татарстан яҡтарынан килгән үгеҙ йыйыусыларға ла, Ырымбур өлкәһенән һарыҡ эҙләп йөрөүселәргә лә өйҙән килеп ала, хаҡы сыға тип уйлап, осһоҙ хаҡҡа булһа ла тапшырыуҙы хуп күрә. Бигерәк тә төпкөлдә йәшәүселәргә ара йыраҡ тип тормай мал йыйыусылар йыш “ҡунаҡҡа” килеүсән.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында ауылдар буйлап ситтән килгән кешеләрҙең халыҡтан ит йыйып, уның өсөн ялған аҡса менән түләп йөрөүҙәре асыҡланған. Мутлашыусылар ялған биш меңлектәр менән иҫәпләшкән. Бәхеткә күрә: еңел кәсеп менән эш итеүселәр тотолған.
“Еңел кеҫә” байытыусылар байрам көндәрендә лә кәмемәҫ, шуға күрә һәр кемгә үҙ тауарын һатҡанда, иғтибарлы булыу ҡамасауламаҫ.
Читайте нас в