17 йәшлек үҫмер пиротехник изделиены ҡулланғанда битен һәм ҡулдарын яндырған. Бәләгә тарыған үҫмерҙе ҡала дауаханаһының бешеү бүлексәһенә илткәндәр. Ведомство етәксеһе республика халҡын пиротехника изделиеларын ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Уларҙы балалар йәки эскән кешеләр ҡулына тапшырыуҙың бәләгә тарытыуы ихтимал, тип иҫәпләй ул. Байрам көндәрендә хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса иҫкәртеү саралары көсәйтеләсәк.