Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ғинуар 2020, 11:10

Владимир Путин Дональд Трампҡа шылтыратты

Санкт-Петербургта теракт әҙерләүсе ике кеше тотолдо. Улар Яңы йыл байрамдарында күп кеше йөрөгән ерҙә террор ойоштормаҡсы булған.Именлек хеҙмәте бригадаһы фажиғәне туҡтата алды. Баҡһаң, теракт әҙерләнеүен АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре әйткән икән.

Санкт-Петербургта теракт әҙерләүсе ике кеше тотолдо. Улар Яңы йыл байрамдарында күп кеше йөрөгән ерҙә террор ойоштормаҡсы булған.
Именлек хеҙмәте бригадаһы фажиғәне туҡтата алды. Баҡһаң, теракт әҙерләнеүен АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре әйткән икән.
Быға рәхмәт белдереп, кисә Рәсәй Президенты АҠШ лидеры Дональд Трампҡа шылтыратты. Ҡеүәтле илдәр етәкселәре уртаҡ мәсьәләләр хаҡында ла һөйләште. Террорға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлекте дауам итеү тураһында килештеләр.
Ә теракт әҙерләүсе әҙәмдәргә (улар Рәсәй граждандары) ҡарата өс статья буйынса енәйәт эше асылды.
Читайте нас в