Был пациенттарҙы транспортлауға киткән ваҡытты 1 сәғәт 20 минутҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Әле юлға алты сәғәт ваҡыт китә. Тимәк, һанаулы минуттар талап иткән сирлеләр өсөн санавиация күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға ярҙам итәсәк.
Быйылғы йылдың тәүге яртыһына тиклем вертолет майҙансыҡтары Баймаҡ, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Асҡын, Мәсәғүттә барлыҡҡа килергә тейеш. Әйткәндәй, Дүртөйлө дауаханаһы биләмәһендә капиталь ремонттан һуң вертолет майҙансығы ҡайтанан асылды.