Кисә Белорет - Отнурок трассаһының һигеҙенсе километрында «Лада Приора» менән «Фольксваген Поло» автомобилдәре бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә сит ил автомобиле салонында бикләнеп ҡалған пассажирҙы махсус инструменттар ҡулланып сығарырға тура килә.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе иҫкәртә:
- юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа;
- эскән килеш рулгә ултырмаҫҡа;
- алыҫ юлға сығыр алдынан һәйбәт ял итергә;
- машинағыҙҙың төҙөклөгөн тикшереп торорға;
- һауа торошо насар булғанда бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа.