Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2020, 00:00

Милли проект сәләмәт тормош алып барырға өндәй

Әле республикала спорт һәм сәләмәтлек декадаһы бара.Был акция, әлбиттә, тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡты әүҙем ял итеүгә йәлеп итеү һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн бик кәрәк.

Әле республикала спорт һәм сәләмәтлек декадаһы бара.
Был акция, әлбиттә, тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡты әүҙем ял итеүгә йәлеп итеү һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн бик кәрәк.
Ошо маҡсатта республикалағы һәр муниципаль берәмектә төрлө спартакиадалар, чемпионаттар, күмәкләп конькиҙа, саңғыла шыуыуҙар һәм башҡа бихисап спорт саралары уҙғарыла.
Уларҙа мәғариф ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, студенттар, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм башҡалар ҡатнаша. Шулай итеп, 8 ғинуарға тиклем республикала йөҙәрләгән спорт сараһы ойоштороласаҡ.
Ошо декада айҡанлы барлыҡ ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы физик культура-сәләмәтлек комплекстары, спорт һәм үҫмерҙәр клубтары, спорт залдары, стадиондар, бассейндар һәм башҡа спорт ойошмаларының ишектәре халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ.
Башҡортостан – спорт биләмәһе.
2 ғинуарҙа Дыуан районы Мәсәғүт ауылының боҙ майҙансығында “Йәштәр үҙәге” һәм “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте тарафынан ата-әсәләр һәм балалар өсөн ойошторолған “Ҡыш мәҙәктәре” сараһы уҙҙы.
Алып барыусылар балаларҙы күңелле эстафетаға саҡырҙы, һәр ҡатнашыусы яҡшы кәйеф һәм дәрт алды. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде, балалар тәмлекәстәр менән бүләкләнде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт эшмәкәрлегендә физик культура менән спорттың өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнлеге хаҡында белдергәйне. “Демография” милли проектына “Спорт – тормош нормаһы” тигән федераль проект индерелеүе лә юҡҡа түгел.
Владимир Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, спорт менән шөғөлләнеү кешегә уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға, көнкүреш сифатын яҡшыртырға ярҙам итә.
Читайте нас в