Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2020, 12:00

Балаларҙы һаҡлаусы доғалар

Ислам динендә балаларға һаулыҡ, именлек теләп доға ҡылыу бар. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һиссәләм, үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаға былай тип мөрәжәғәт иткән.«Әғуҙү бикәлимәәтилләәһит тәәм­мәти мин күлли шәйтаанин һәммәһ, үә мин күлли гәйнин ләәммәһ».

Ислам динендә балаларға һаулыҡ, именлек теләп доға ҡылыу бар. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һиссәләм, үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаға былай тип мөрәжәғәт иткән.
«Әғуҙү бикәлимәәтилләәһит тәәм­мәти мин күлли шәйтаанин һәммәһ, үә мин күлли гәйнин ләәммәһ».
Тәржемәһе: «Алланың камил һүҙҙәре менән барлыҡ зарар килтереүселәр һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Алла, Үҙеңә һыйынам».
Балаларға (бигерәк тә бәләкәй сабыйҙарға) күҙ тейеп барыусан. Күҙлеккәндә улар көйһөҙләнә, ярһып илай, күҙ төптәре ҡарая. Бындай ос­раҡ­та «Фатиха», «Ихлас», «Аятел Көрси», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып, баланың йөҙөн, кәүҙәһен өшкөрәләр.
Ҙурыраҡ балалар өйҙән сығып киткәндә именлек теләп, «Аятел Көрси»ҙе уҡып, түбәндәге доғаны уҡыйҙар: «Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин».
Мәғәнәһе: «Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдән, бәлә- ҡазанан, яман уйлы кешеләрҙән, шайтан зарарынан һаҡла. Ярҙамыңдан ташлама. Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип ит!».
Читайте нас в