Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар 2020, 22:00

Ҡорбанһыҙ үтмәй бер көн дә

Кисәге көн дә республика юлдарында ҡорбанһыҙ үтмәне. Үлемесле автомобиль аварияһы Өфө районында теркәлде. Өфө – Шишмә автомобиль юлында “Хендай Солярис” менән “Ниссан Экстрейл” автомобилдәре бәрелеште. Бәрелеш бик көслө була, машиналарҙың береһе юлдан оса хатта.

Кисәге көн дә республика юлдарында ҡорбанһыҙ үтмәне. Үлемесле автомобиль аварияһы Өфө районында теркәлде. Өфө – Шишмә автомобиль юлында “Хендай Солярис” менән “Ниссан Экстрейл” автомобилдәре бәрелеште. Бәрелеш бик көслө була, машиналарҙың береһе юлдан оса хатта.
Авария һөҙөмтәһендә Өфө кешеһе – 54 йәшлек водитель ҡатынды ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Тик ул медицина учреждениеһында йән бирә. Ҡатын “Хендай” машинаһына идара иткән. "Ниссан"дың 55 йәшлек пассажирына ла табиптар ярҙамы кәрәк була, уны ла төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр.
Кисә, 8 ғинуарҙа республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы булды. Уларҙа бер кеше һәләк булды, бишәү йәрәхәтләнде. Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2300 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусоны асыҡлаған, 48 иҫерек водитель ҡулға алынған. Элегерәк урланған бер автомобиль табылған.
Статистика һәр ваҡыттағыса ҡоро һандар килтерә. Ә улар артында күпме өҙөлгән ғүмерҙәр, ғүмерлеккә алынған йәрәхәттәр, ҙур юғалтыуҙар. Илдә һәм республикала тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының иң мөһим маҡсаты – юлдарҙа кешеләрҙең үлем осраҡтарын кәметеү. Бының өсөн яңы юлдар һалына һәм ремонтлана, термопластик юл һыҙаттары һыҙыла, яңы камералар, светофорҙар, юл билдәләре ҡуйыла һәм башҡалар.
Шулай уҡ, Владимир Путин Хөкүмәткә 2020 йылдың 1 декабренә юлдарҙа хәүефһеҙлек буйынса 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтте. Ул да юл хәрәкәте фажиғәләрен кәметеүгә йүнәлтелгән.
Тик нисек кенә булмаһын, үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек тураһында тәү сиратта үҙәбеҙгә ҡайғыртырға кәрәк. Тейешле тиҙлекте тотоп, дистанция һаҡлап йөрөү бик мөһим.
Читайте нас в