Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 20:00

18 йәшкә тиклем өйләнешергә мөмкин буласаҡ...

Рәсәйҙә парҙарға яҙылышырға рөхсәт иткән йәште үҙгәртергә уйлайҙар.

Рәсәйҙә парҙарға яҙылышырға рөхсәт иткән йәште үҙгәртергә уйлайҙар.
«РИА Новости» хәбәр итеүенсә, законға үҙгәрештәр индерелгән осраҡта йәштәр 18 йәш тулғансы уҡ өйләнешә аласаҡтар. Әлеге закон проектын Дәүләт Думаһына 2021 йылдың февралендә тәҡдим итергә йыйыналар. Хәҙерге ваҡытта 18 йәшкәсә өйләнешеү төрлө төбәктә төрлөсә ҡаралған. Әйтәйек, беҙҙә ҡатын бала көтә икән, яҙылышыуҙы 18 йәш тулғансы ла рөхсәт итәләр.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә эш урыны булған үҫмерҙәргә өйләнешергә ярай.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа кәләштәр “ҡартайған”, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе 25-34 йәштә кейәүгә сыға, һигеҙ йыл элек был күрһәткес 18-24 йәш булған.
Читайте нас в