Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 11:40

Милли проект: Морат тауына сират

Яңы йыл каникулында Белорет ҡалаһындағы "Морат" тау саңғыһы үҙәгенә саңғы шыуа барып, быға тиклем булмаған күренешкә осраныҡ – халыҡ шул тиклем күп, хатта машина ҡуйырға ла урын юҡ ине.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы йыл каникулында Белорет ҡалаһындағы "Морат" тау саңғыһы үҙәгенә саңғы шыуа барып, быға тиклем булмаған күренешкә осраныҡ – халыҡ шул тиклем күп, хатта машина ҡуйырға ла урын юҡ ине.
Тауға күтәрелеү картаһын һатҡан кассала ла, күтәргестәргә лә һыу буйы сират торҙо. Тау шыуырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгәндәр, йәғни Яңы йыл каникулында бында алма төшөр урын булманы.
Дөйөм алғанда, "Морат", "Абҙаҡ" һәм "Яҡтыкүл" тау саңғыһы үҙәктәренең һәр береһендә ошондай хәл күҙәтелде. Уларҙың бер-береһенә яҡын урынлашыуы туристар өсөн уңайлы, сөнки тау саңғыһында шыуырға яратҡандар ялдарын төрлөләндерә ала.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа "Морат" тау саңғыһы үҙәген үҫтереүгә ҙур инвестициялар һалынды. Бөгөнгө күренеш был сәйәсәттең дөрөҫ булыуын күрһәтә. "Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү" республика программаһында ҡуйылған бурыстар тулыһынса үтәлгәндә, төбәк туристар, ял итеүселәр төйәгенә әүереләсәк.
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в