Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 16:00

Тау шыуғанда ниндәй хәүеф һағалай?

Ҡыш тауҙан саңғыла, санала шыуырға кем генә яратмай икән?! Хәҙер иһә уларға тюбингтары, тау саңғыһы менән сноубордтары ла өҫтәлде. Ҡышҡы ялдарҙы ла күптәр тап шуның өсөн көтөп ала. Әлбиттә, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүгә бер нәмә лә етмәй, әммә һәр ерҙә һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәк. Сөнки тап тауҙан шыуғанда йәрәхәтләнеүселәр хаҡында әленән-әле хәбәрҙәр ишетелеп тора. Иң хәүефлеләрҙе һанап китәйек.

Ҡыш тауҙан саңғыла, санала шыуырға кем генә яратмай икән?! Хәҙер иһә уларға тюбингтары, тау саңғыһы менән сноубордтары ла өҫтәлде. Ҡышҡы ялдарҙы ла күптәр тап шуның өсөн көтөп ала. Әлбиттә, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүгә бер нәмә лә етмәй, әммә һәр ерҙә һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәк. Сөнки тап тауҙан шыуғанда йәрәхәтләнеүселәр хаҡында әленән-әле хәбәрҙәр ишетелеп тора. Иң хәүефлеләрҙе һанап китәйек.
Бишенсе урында – тау саңғыһы һәм сноуборд
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, тау саңғыһы һәм сноуборд менән шыуғанда йәрәхәтләнеү осрағы башҡаларына ҡарағанда әҙерәк икән. Бының сәбәбе – кешеләр уға етди ҡарап, алдан ниндәйҙер әҙерлек үтеп, шунан ғына шыуырға батырсылыҡ итеүендәлер, бәлки. Өҫтәүенә, махсус йыһазландырылған урындарҙа шыуыу һәм профессиональ белгестәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуы ла үҙ ролен уйнайҙыр. Әммә әҙерлекһеҙ һәм махсус йыһазландырылмаған урындан сноубордта һәм тау саңғыһында шыуыу бик етди йәрәхәттәргә килтереүе ихтимал. Ниндәйҙер тәжрибә булмайынса сноубордта шыуыу аяҡ-ҡулдарҙың һыныуына, баштың йәрәхәтләнеүенә килтереүе мөмкин.
Дүртенсе урын – ҡар шыуғыс (снегокат)
Уның руле, ултырғысы һәм тормоздары бар. Саңғыныҡы кеүек табандары булғанлыҡтан, тауҙан аҫҡа ҡарай шәп шыуа. Уның менән шыуыу әллә ни хәүефле түгел кеүек, сөнки рулде борорға, тормоз менән тиҙлекте кәметергә мөмкин. Әммә тап улар йыш ҡына йәрәхәтләнеүгә килтерә лә инде. Сөнки шәп итеп шыуып барғанда ҡапыл тиҙлекте кәметеүҙән, кеше ҡолап ҡалыуы ихтимал. Шулай уҡ ҡапыл туҡтағанда түш менән был техниканың руленә бәрелергә мөмкин. Ҡар шыуғыс менән шыуыу үтә хәүефле тип һаналмаһа ла, уға балаларҙы яңғыҙ ултырыу ярамай. Улар руль менән идара итә алмай шыуып барғанда ҡолап, йәрәхәтләнеүе бар.
Өсөнсө урын – сана
Тауҙан шыуыуҙың иң киң таралған төрө – ул санала шыуыу. Унда бәләкәй бала ла шыуа ала. Шыуған ваҡытта аяҡтар менән тиҙлекте кәметергә, алда ниндәйҙер ҡаршылыҡ булһа, ҡырынайып, йүнәлешен үҙгәртергә, бик тә булмаһа, сананан ҡолап төшөп ҡалырға була. Әммә санала шыуғанда ла хәүеф-хәтәр һағалап тороуы ихтимал. Беренсенән, сананың ҡаты тимеренә берәй ереңде ауырттырыу хәүефе көслө, икенсенән, хәрәкәт итеү йүнәлешен үҙгәртеү мөмкинлегенең булмауы. Шәп тиҙлек менән тауҙан төшөп килгәндә, алда ағас йә ҡойма торһа, бик насар эҙемтәләргә килтереүен көт тә тор. Шыуған ваҡытта сананан ҡолап ҡалып та, ҡулды, аяҡтарҙы, башты ауырттырырға мөмкин.
Икенсе урын – боҙ шыуғыс
Пластиктан эшләнгән, төрлө формалағы был шыуғыстар һәр кемгә яҡшы таныш. Ул бик уңайлы, аҫҡа һалдың да, ултырып шыуҙың да киттең. Өҫтәүенә, үҙенән бер нисек тә йәрәхәтләнеү ҡурҡынысы юҡ. Тик шыуған ваҡытта тауҙың бөтә соҡор-саҡырын һәм ҡалҡып торған урындарын бик яҡшы һиҙергә тура килә. Быныһы ҡурҡыныс түгел дә ул, тик бына уның менән идара итеүе генә бөтөнләй мөмкин түгел тиерлек. Бигерәк тә, шыуған ваҡытта артың менән алға әйләнеп киткән осраҡта. Был ваҡытта ағасҡа, кешегә, бағанаға һәм башҡа юлдағы берәй нәмәгә бәрелеп, сәләмәтәлек өсөн бик етди хәүеф янауы мөмкин.
Беренсе урын –тюбинг
Табип-травматологтар һәм ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, тауҙан шыуыуҙың иң хәүефле төрө – ул тюбинг менән шыуыу. Йыл һайын Рәсәйҙә тюбингтан шыуыу арҡаһында килеп тыуған бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә йөҙләгән кеше һәләк була. Шуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙең илдә балалар араһында ла, ололар араһында ла бик популяр. Уның ыңғай яғы – йомшаҡ булыу сәбәпле, тауҙың тигеҙһеҙлеге беленмәй. Иң ҙур минусы – хәрәкәт итеү йүнәлешен һәм тиҙлекте контролдә тотоп булмау. Йыш ҡына шыуған ваҡытта ул әйләнеп-әйләнеп китә. Хатта кеше башы менән аҫта ҡалыуы ихтимал. Шунлыҡтан баш мейеһе, умыртҡа бағанаһы, аяҡ-ҡулдар етди йәрәхәтләнгән осраҡтар йыш була. Бигерәк тә уны автомобилдең артҡы бамперына бәйләп шыуыу хәүефле. Кеше үҙе лә һиҙмәҫтән автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына инеп китеүе бар.
Дауаханаға эләкмәү өсөн нимә эшләргә?
Иң беренсе сиратта, балаларҙы яңғыҙ шыуҙырырға ярамай. Бер нисә тапҡыр үҙең бергә шыуып ҡарап, тауҙың хәүефһеҙ икәненә инанғандан һуң ғына, балаға яңғыҙ шыуырға рөхсәт итергә.
Шулай уҡ баланы кеше күп шыуған тауға ебәреү ҙә хәүефле, улар бер-береһенә зыян килтереүе ихтимал.
Эскән килеш шыуыу ҙа йәрәхәтләнеү хәүефен арттыра.
Шыуып төшкәс тә, тиҙ генә тороп ситкә китергә ашығығыҙ, сөнки арттан шыуыусылар килеп бәрелеүе бар.
Тауға менгәндә махсус йыһазландырылған урынды һайлағыҙ.
Читайте нас в