2020 йылда Бөтә донъя ҡулланыусылар ойошмаһы төп иғтибарҙы саманан тыш етештереү һәм дөрөҫ файҙаланмау проблемаһына иғтибар итергә саҡыра. Бының сәбәбе: климат үҙгәрә, тирә-яҡ мөхит бысрана һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары юғала бара.
2015 йылда БМО илдәре 2030 йылға тиклем етештереүҙең һәм файҙаланыуҙың рациональ моделдәренә күсеүҙе тәьмин итеүҙе тотороҡло үҫеш маҡсаты итеп билдәләгәйне. Шулай итеп, быйылғы Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө “Рациональ ҡулланыусы” девизы аҫтында үтә.
БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында йорт идаралыҡтары донъя электр энергияһының 29 процентын файҙалана, һөҙөмтәлә һауаға 21 процент күләмендә углекислоталы газ ташланыла. Бынан тыш, һәр минут һайын донъяла бер миллион пластик шешә һатыла. Ә ул ғәмәлдә ҡабаттан эшкәртелмәй тиерлек.
Аш-һыуҙы әҙерләү өсөн генә әллә күпме энергия сарыф ителә, ағас ҡырҡыла, парлы газдар ташланыла һәм бихисап һыу файҙаланыла. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте ташлаған пластик әйберҙәрҙең 60 проценты сүплеккә йәки тирә-яҡ мөхиткә эләгә. Ә бына рациональ файҙаланыу иһә сеймалдарҙы һөҙөмтәле ҡулланыуға, фәҡирлек кимәлен кәметеүгә, ғәҙел сауҙа, аҙыҡ-түлек, һыу, энергия, медицина һәм башҡа уңайлыҡтар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Тап ҡулланыусылар ғына тауарҙарҙы етештереүгә һаҡсыл ҡарашты булдырыуға йоғонто яһай.
Рәсәйҙә был көн 1994 йылдан алып билдәләнә. Ул – тәү сиратта ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт департаменттары һәм ижтимағи ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн байрам. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең һәр беребеҙ – ҡулланыусы. Ә үҙ хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү бер ҡасан да ҡамасауламай. Һәр беребеҙҙең тиерлек ниндәй ҙә булһа ошондай хәлгә тарығаны бар. Мәҫәлән, консерва банкаһындағы аҙыҡ-түлек һауытта күрһәтелгән яраҡлылыҡҡа тура килмәй һәм уның сифаты насар булыуы ихтимал. Магазинда һатып алынған ҡиммәтле күлдәктең бер йыуғандан һуң уҡ үҙ формаһын юғалтыуы һәм хатта сепрәккә әйләнеүе мөмкин. Был осраҡта күптәрҙең йәне көйә лә ҡул һелтәй. Тик был бер ҙә дөрөҫ юл түгел. Ошондай хәлгә тарыйһығыҙ икән, граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында (02.rospotrebnadzor.ru) төбәк бүлексәләренең “ҡыҙыу линия” мәғлүмәттәре бирелгән.