Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 16:00

"Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүселәре билдәле булды

“Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан 15 ауылды бүләкләнеләр.

Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан 15 ауылды бүләкләнеләр.
Һөҙөмтәләр:

1-се урын — Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы. Уларға 500 000 һумлыҡ сертификат, күсмә вымпел, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом тапшырыла.
2-се урын — Баймаҡ районы, Йылым ауылы. Улар 250 000 һумлыҡ сертификат, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән бүләкләнә.
3-сө урынды Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы яуланы. Уларҙы 150 000 һумлыҡ сертификат, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән ҡотланылар.
Төньяҡ-көнсығыш төбәгенән ҡатнашҡан Дыуан районы Һикеяҙ ауылы, Балаҡатай райны Түбәнге Үтәш ауылы, Ҡыйғы районы Мәсәк ауылы финалистар дипломы һәм 25 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде.
Читайте нас в