Эйлестан
+16 °С
Ясно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

“Берҙәм Рәсәй” иң лайыҡлыларҙы һайланы

3 июндә Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү (праймеризда) үтте.
Республикала праймеризда 584 кандидат ҡатнашты. Башҡортостан 55 бер мандатлы округҡа бүленгән, ауылдар һәм ҡалаларҙа йәмғеһе 662 иҫәп участкаһы эшләне. Тауыш биреү рейтинг рәүешендә үтте, йәғни бер нисә кандидатты һайларға мөмкин булды. Праймеризда иң күп тауыш йыйыусы кандидаттар “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Тауыш биреү быйыл 9 сентябрҙә үтә.
Читайте нас