Эйлестан
+13 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Самауыр – өҫтәл йәме

Мәсетле районы Әбдрәхим ауылы мәҙәниәт йортонда "Самауыр - өҫтәл йәме" сараһы үтте. Йылы һәм ҡояшлы көн халыҡты рәхәтләнеп ял итергә өндәгәндәй булды. Клуб урамында талғын ғына көй ағылды.Хужабикәләр үҙҙәренең самауырҙары, бешерелгән күстәнәстәре менән өҫтәлдәрҙе биҙәгәндән һуң, жюри ағзалары уларҙың һәр береһенә баһа бирҙе. Табындан төрлө тәм-томдан һығылып торҙо, шуға ла жюри барыһына ла беренселекте бирҙе. Ысынлап та, өҫтәлдәрҙә ниндәй генә самауырҙар юҡ ине, тәм-томдар, башкорт халҡының ҡамыр ризыҡтары, файҙалы үләндәр ҡуйылғайны. Байрамды клуб мөдире Сәриә Таһирова, китапханасы Гөлфиә Фәтҡуллина асып ебәрҙе. Сәриә Таһирова байрамға арнап яҙған шиғырын уҡып, халыҡтың кәйефен күтәрҙе. Ауыл старостаһы Фларида Ғәҙелшина ауылдаштарын байрам менән ҡотлап сығыш яһаны. Зөлфиә Ғәйфуллина дәртле йырҙар бүләк итте. Төрлө уйындар, мәҡәлдәр, викториналар менән байрам һиҙелмәй ҙә бик күңелле үтеп китте. Сараны ойоштороуға "Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары Сәриә һәм Бикбулат Таһировтар, Гөлнара Мофазалова бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте. Байрамда ҡатнашҡан уңған хужабикәләр: Фәниә Ғәүнетдинова, Гөлнәзирә Фәтихова, Мәрзиә Фазлыйнурова, Фларида Ғәҙелшина, Гөлфиә Фәтҡуллина, Зөлфиә Ғәйфуллина, Сәриә Таһироваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.Байрам еҙ самауырҙан шифалы үлән сәйе эсеү менән тамамланды. Тәүләп уҙғарылған сара һәр кемгә хуш килде, ауыл халҡы артабан да уны үткәрергә һүҙ ҡуйышып таралышты. Р. Әлимбаева.Мәсетле районы..

Мәсетле районы Әбдрәхим ауылы мәҙәниәт йортонда "Самауыр - өҫтәл йәме" сараһы үтте. Йылы һәм ҡояшлы көн халыҡты рәхәтләнеп ял итергә өндәгәндәй булды. Клуб урамында талғын ғына көй ағылды.

Хужабикәләр үҙҙәренең самауырҙары, бешерелгән күстәнәстәре менән өҫтәлдәрҙе биҙәгәндән һуң, жюри ағзалары уларҙың һәр береһенә баһа бирҙе. Табындан төрлө тәм-томдан һығылып торҙо, шуға ла жюри барыһына ла беренселекте бирҙе. Ысынлап та, өҫтәлдәрҙә ниндәй генә самауырҙар юҡ ине, тәм-томдар, башкорт халҡының ҡамыр ризыҡтары, файҙалы үләндәр ҡуйылғайны.

Байрамды клуб мөдире Сәриә Таһирова, китапханасы Гөлфиә Фәтҡуллина асып ебәрҙе. Сәриә Таһирова байрамға арнап яҙған шиғырын уҡып, халыҡтың кәйефен күтәрҙе. Ауыл старостаһы Фларида Ғәҙелшина ауылдаштарын байрам менән ҡотлап сығыш яһаны. Зөлфиә Ғәйфуллина дәртле йырҙар бүләк итте.

Төрлө уйындар, мәҡәлдәр, викториналар менән байрам һиҙелмәй ҙә бик күңелле үтеп китте. Сараны ойоштороуға "Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзалары Сәриә һәм Бикбулат Таһировтар, Гөлнара Мофазалова бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте. Байрамда ҡатнашҡан уңған хужабикәләр: Фәниә Ғәүнетдинова, Гөлнәзирә Фәтихова, Мәрзиә Фазлыйнурова, Фларида Ғәҙелшина, Гөлфиә Фәтҡуллина, Зөлфиә Ғәйфуллина, Сәриә Таһироваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрам еҙ самауырҙан шифалы үлән сәйе эсеү менән тамамланды. Тәүләп уҙғарылған сара һәр кемгә хуш килде, ауыл халҡы артабан да уны үткәрергә һүҙ ҡуйышып таралышты.

Р. Әлимбаева.

Мәсетле районы.
Читайте нас