Эйлестан
+17 °С
Облачно
Общие статьи
31 Декабря 2020, 21:00

Шаяра-шаяра ярыштылар

1 августа Бөрйән районында Экология йылына арналған “Йәйге кубок-2017” II төбәк-ара башҡорт КВН-ы уйындары үтте. Йәйге мәктәп эшендә республиканың төрлө райондарынан, шул иҫәптән Дыуан районынан – “Төньяҡ амурҙары”, Салауат районы Арҡауыл ауылынан – “Йүрүҙән”, Малаяҙҙан – “БашStar”, Балаҡатай районынан “Ҡатайҙар” команда- лары ҡатнашты. Йәйге КВН кубогында Юниор-Лиганың 2016-2017 миҙгелендә еңеүсе “Башҡорттар.ru” (Өфө), “Кендек” (Сибай), “Төньяҡ амурҙары” (Дыуан), “XX Централ” (Өфө), “Тик ҡыҙҙар” (Учалы районы) командалары ҡатнашты. Башҡортостан шаяндары менән алышырға Ҡаҙағстандан “Жаңа ғасыр” командаһы килгәйне. Йәйге мәктәптең эш программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Шунлыҡтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡатнашыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды. Улар өсөн төрлө тренингтар, көләмәс яҙыу техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Дәрестәрҙе Баш- Лига ағзалары Фидан Килмөхәмәтов, Азат Низамутдинов, Айҙар Янбухтин, Рөстәм Усманов алып барҙы. Бынан тыш командалар өсөн КВН уйындары, мотивация, маҡ- сатлауға коллектив-ижади эштәр, кинолекторий, уҡтан атыу буйынса спорт сәғәте, Rnt менән ижади кисә үткәрелде. Шулай уҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһы һәм көҙөн старт аласаҡ Башҡорт юниор КВН лигаһының миҙгел схемалары менән танышыу үтте. Берҙәм, татыу командалар барлыҡҡа килһен өсөн үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа һәр кем әүҙем ҡатнашты. Йәйге КВН кубогына килгәндә, унда Ҡаҙағстан командаһы еңеү яуланы. Малаяҙҙан “БашStar” командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уның составында “Төньяҡ амурҙары” командаһы капитаны Айҙар Ғафаров та уйнаны. Алмас Шәм- сетдинов, Ғафар Кәримов, Айҙар Ғафаров (һүрәттә) 25 августа Астана ҡалаһында үткән төрки телле халыҡтар араһындағы шаяндар һәм тапҡырҙар телевизион фестивалендә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы составында уйнап икенсе урын алып ҡайтты. Афарин, егеттәр! Р. Иштуғанова.

Читайте нас