Эйлестан
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2021, 17:00

ХЫЯЛДАҒЫ ЯҘМЫШ

Лена Хәйруллина тәржемәһе (Автор - Марьяна Романова)ХЫЯЛДАҒЫ ЯҘМЫШХикәйәМин кешеләргә яҙмыштар уйлап сығарырға яратам. Һәм шул уйлап сығарылғандары уларҙың үҙҙәренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ – уңышлыраҡ һәм бәхетлерәк килеп сыға. Был минең бары тик үҙем генә белгән йәшерен шөғөлөм, хатта уйыным тиһәм дә булалыр. Ул яҙмыштарҙы яҡын таныштарға ла, бөтөнләй таныш булмаған, йәғни осраҡлы ғына тап иткәндәргә лә уйлағаным бар.

Лена Хәйруллина тәржемәһе (Автор - Марьяна Романова)
ХЫЯЛДАҒЫ ЯҘМЫШ
Хикәйә

Мин кешеләргә яҙмыштар уйлап сығарырға яратам. Һәм шул уйлап сығарылғандары уларҙың үҙҙәренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ – уңышлыраҡ һәм бәхетлерәк килеп сыға. Был минең бары тик үҙем генә белгән йәшерен шөғөлөм, хатта уйыным тиһәм дә булалыр. Ул яҙмыштарҙы яҡын таныштарға ла, бөтөнләй таныш булмаған, йәғни осраҡлы ғына тап иткәндәргә лә уйлағаным бар.
Бына, мәҫәлән, әле метрола ҡаршымда ултырған ҡатынға. Уның бысрағыраҡ аҡ төҫтәге шырт сәстәренә ҡарап шуны әйтер инем: бындай төҫ боронораҡ заманда һатыусыларға ғына хас ине, ә әле иһә ул ана шул замандан айный алмай көн күргән ханымдарҙың башында иҫкелек ҡалдығы булып йәшәүен дауам итә. Ҡаршымдағы күршемдең ҡып-ҡыҙыл ҡулдары күгәрсен тәпәйен хәтерләтә, тотҡаһы йолҡоноп сыҡҡан спорт сумкаһын аяҡ аҫтына эткән сағында уның шау йыйырсыҡтан торған аяҡтарына иғтибар итәм һәм, уңайһыҙланып, ҡарашымды йәһәт кенә тағы шул сумкаға, ә унан ханымдың йөҙөнә күсерә һалам. Ул үҙе лә шул иҫке һәм туҙанлы сумка төҫлө таушалып бөткән, йылдар саңы бисараның тотош ҡиәфәтен баҫҡан. Тик ҡатын-ҡыҙ булараҡ, унан остоҡ ҡына булһа ла гүзәллек табырға тырышыуым арҡаһындамы, әллә инде үтә ҡыҙыҡһыныусанлығыма барып, үҙен тағы бер ҡат баштан-аяҡ байҡағандан һуң, ҡарашым уның ирендәрендә туҡталып ҡала. Сейә кеүек ҡарағусҡыл-ҡыҙыл ирендәр, әйтерһең дә, шау йыйырсыҡлы йөҙгә рәссам тарафынан оҫта итеп төшөрөп ҡуйылған. Ирендәре матур ҙаһа уның! Бына ҡайҙа ул гүзәллек!

Был ханым, моғайын, эштән ҡайтып баралыр. Һәм тап уның кеүек йәштәгеләр генә эшләй торған эштән. Бәлки, ул ҡытай баҙарында сепрәк-сапраҡ һаталыр, йә булмаһа, ҡала ситендәге берәй тәғәмханала һауыт-һаба йыуыусылыр. Кем белә?..

Ошо күңелһеҙ уйҙарымдан арынып, уға бөтөнләй икенсе, үҙем күрергә теләгән яҙмыш уйлап сығармаҡсымын. Сөнки уны әлеге ошо ысынбарлыҡтағы тормошонан күпкә бәхетлерәк итеп күргем килә.

Хәҙер был ханым, тип уйлайым, вагондан төшөү менән, тура өйөнә түгел, ә саф һауа һулап, күңеленә саҡ ҡына булһа ла ял алыр өсөн бөтөнләй башҡа яҡҡа сығып китергә теләйәсәк. Тик ҡулындағы тотҡаһыҙ сумка, метронан ун аҙым самаһы алыҫлашыу менән, ханыма үҙ ауырлығын һаласаҡ. Һәм ул, ҡапыл килеп тыуған был теләгенән ваҡытында баш тартмағаны өсөн үкенеп, Ленин исемендәге китапханаға илтеүсе баҫҡыста тапанып торғанында, Достоевский һәйкәле яғынан атлап килеүсе һаҡалтай бәндә уға аңлайышһыҙ телдә һүҙ ҡушасаҡ. Сит телдә яңғыраған һүҙҙәр теҙмәһендә ул үҙенә үтә лә танышын ишеткәс, еңел һулап ҡуйыр. «Савелов урамы». Белә, белә! Әлбиттә белә, ул бит үҙе шунда йәшәй!

– Әйҙә, мин һине оҙатып уҡ ҡуям! – Таныш түгел ҡатындың был тәҡдименән баш тартып, бары тик юл күрһәтеп ебәреүен генә һораған Италия кешеһенә, үҙ һүҙле ханым алдында үҙенең күпкә көсһөҙ булыуын танып, ризалашырға ғына ҡалыр, моғайын.

Китапхана тупһаһынан үҙҙәренә кәрәкле урамғаса араны был икәү өнһөҙ-һүҙһеҙ генә үтер, тәғәйен урынға барып еткәс кенә сит ил вәкиле үҙен «Джу-зеп-пе» тип таныштырыр.

Юлдашының эскерһеҙ йылмайыуы алдында бер аҙ юғалып ҡалһа ла, айырым бер ихласлыҡ күрһәтеп, үҙе менән таныштырғанда, тәү ҡарашҡа йомоҡ һәм хатта тупаҫыраҡ күренгән ханымдың үтә лә матур исем йөрөтөүе асыҡланасаҡ: «Аэлита».

Арыуҙан, әллә инде артыҡ тулҡынланыуҙан шыбыр тиргә батҡан Аэлита һөйрәп килгән сумкаһын Джузеппеға тотторор һәм уныһы, асыҡ диңгеҙгә сығырға әҙерләнгән карапҡа ҡамасаулаусы якорь төҫлө, һаҡалтайҙың иңенә ятыр. Көс еткеһеҙ булып тойолған был йөктө тау башына (йәғни Аэлитаның фатирына) һөйрәп мендереп, инде ҡотолдом тигәнендә, ир, «Хәҙер билмән эшләйәсәкбеҙ!» тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, баҙап ҡалыр. Уның, кемгәлер төбәп: «Мин әсирлеккә төштөм!» – тип яҙа башлаған смс-хәбәре, яҙылып бөтмәйсә, тәүге хәрефтәрҙә үк өҙөлөр, сөнки ныҡышмал һәм үҙ һүҙле Аэлита уны этеп-төртөп тигәндәй үҙенең алты метрлыҡ аш бүлмәһенә индереп ултыртып, татлы-затлы ризыҡтар менән һыйларға тотонор. Табынға иң беренсе булып баклажан иҙмәһе һыланған һоло ҡоймаҡтары, бәшмәк тултырылған бүҙәнә түшкәһе, унан инде болан итенән яһалған билмәндәр сығыр. Сәйҙе иһә ауыҙҙа иреп торған «Наполеон» торты менән эсерҙәр, моғайын. Әгәр инде хужабикәнең һыуытҡысында үрҙә әйтелгән ризыҡтарҙың береһе лә булмаған хәлдә, әйҙә, беҙҙең Джузеппе быларҙың барыһы ла булған тип уйлаһын. Моғайын, ханым ҡунағы алдына ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләнгән ябай ташҡабаҡ иҙмәһе менән һыуытҡыста оҙаҡ ятыуҙан күк-көрән төҫкә инә башлаған һыйыр итенән әҙерләнгән билмән сығарыр. Сәй иһә ябай вафля торты менән эселер...

Ашап туйғас, тамағы туҡ, күңеле көр һаҡалтай ҡунаҡ бүлмәһендәге йомшаҡ диванға барып ауыр. Аэлита иһә, тир еҫе аңҡып торған, оҙаҡ кейеүҙән иҫкереп, бөтөрсөкләнеп бөткән йөн кофтаһын сисеп ырғытып, үҙен тәртипкә килтереү уйы менән йыуыныу бүлмәһенә йомолор. Ярты сәғәт самаһы ваҡыттан һуң ул һаҡалтай алдында бөтөнләй башҡа сүрәттә пәйҙә булыр: килешле ебәк халаты ҡатындың кәүҙәһен талсыбыҡтай зифа итеп күрһәтер, йомро иңбаштарына һибелгән еүеш сәстәренең еҫе ирҙең зиһенен таратыр ҙа, әллә ниндәй сихри тойғолар кисертеп, әкиәти һөйөү иленә әйҙәр, бығаса татымаған ләззәтте татытыр...

Ә иртәнге сәйҙән һуң Аэлита ҡунағын ҡала ситендәге йортона алып китер. Һаҡал, мәркәз менән яҡындан танышыу хыялын тормошҡа ашырмаҡсы булып, «Ҡыҙыл майҙан!», «Арбат!» тип киреләнһә лә, ныҡымыш ханым барыбер үҙ һүҙен һүҙ итер. Уға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалмағанлығын аңлаған Джузеппе артыҡ сәбәләнмәҫ, моғайын, сөнки итальяндар тап беҙҙең Аэлита кеүек үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусан, үҙ һүҙле ҡатындарҙы ярата.

Аҙна-ун көн самаһы ваҡыттан һуң һаҡалтай ханыма тәҡдим яһар һәм, уның ихлас ризалығына ирешкәс, һөйгәнен үҙ иленә алып осор. Үҙ тиңе менән килеп төпләнгән ҡалала Аэлитабыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрер: төҫһөҙ сәстәр килешле итеп ҡырҡылып, янып торған сөм-ҡараға буялыр, бында кейеп йөрөгән кейемдәр сүплеккә сығарып ырғытылыр ҙа, уларҙың урынын өр-яңылары алыштырыр. Яратҡан ҡатынының һәр теләген үтәргә әҙер торған Джузеппе уға икмәк бешереү цехы бүләк итер. Ҡабарып торған оҙон итәктәрен кейеп, бәхетле йылмайыуы менән әйләнә-тирәһен балҡытып тотҡан Аэлита бында үҙен батшабикә итеп тойор...

...Минең ҡаршымда ултырған был ҡатындың ысын исеме, моғайын, Ольга булғандыр. Һәм ул, оҙаҡламай, ысынлап та, кәрәкле туҡталышта төшөп ҡалыр ҙа, туп-тура йортона табан атлар. Ҡотһоҙ донъяһына ҡайтып инеп, теге тотҡаһыҙ сумканы мөйөшкә ырғытҡас, үҙ яҙмышына буйһоноп, күптән инде мөхәббәт шаһиты булыуҙан туҡтаған иҫке диванына барып ауыр…
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/sy-may-an-a/Hiyalda-i-ya-mish-689779/
Читайте нас: