Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2021, 15:00

Башҡортостан – алдынғылар иҫәбендә

Төбәк Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылдағы Президент гранттарының икенсе конкурсына Башҡортостан 542 ғариза тапшырып, был күрһәткес буйынса ил күләмендә өсөнсө урында билдәләнде (сағыштырыу өсөн: 2020 йылда – 415 ғариза).

Төбәк Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылдағы Президент гранттарының икенсе конкурсына Башҡортостан 542 ғариза тапшырып, был күрһәткес буйынса ил күләмендә өсөнсө урында билдәләнде (сағыштырыу өсөн: 2020 йылда – 415 ғариза).
Беренсе урында – Белгород өлкәһе (670 ғариза), артабан Волгоград өлкәһе (551). Ә инде Волга буйы федераль округы буйынса алып ҡарағанда, республикабыҙ, Татарстан (352 ғариза) менән Һамар өлкәһен (289) артта ҡалдырып, беренсе урынға сыҡты.
Республика проекттары 11 төрлө грант йүнәлеше буйынса бирелгән. Улар араһында иң популяры булып “Граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау” йүнәлеше танылды – 133 проект. Икенсе урында 82 проект менән – “Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү, социаль яҡлау һәм һаҡлау” йүнәлеше. “Фән, мәғариф, мәғрифәт өлкәһендәге проекттарҙы яҡлау”ға ҡағылышлы 65 проект тәҡдим ителгән.
Президент гранттарының икенсе конкурсында Башҡортостандың 54 муниципалитеты ҡатнашырға теләк белдергән. Иң күп ғаризалар Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Благовещен райондарынан ҡабул ителгән.
Тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе “DEAFПРОФ – Башҡортостан Республикаһында ишетеү буйынса инвалидлыҡҡа эйә кешеләргә профориентация һәм үҙмәшғүллек өсөн шарттар булдырыу” тип аталған проектты тормошҡа ашырмаҡсы. Улар һораған грант күләме – 783701 һум.
“Мәрхәмәтлек шаһиты” хәйриә фонды “Баллы” тигән проект ярҙамында мәктәптәрҙең уҡыу программаһына “Умартасылыҡ” буйынса оҫталыҡ дәрестәре индереп, экологик эшҡыуарлыҡты үҫтермәксе. Быны улар Көйөргәҙе районының Бахмут ауылы мәктәбе нигеҙендә тормошҡа ашырырға уйлай.
Был ике проекттың да авторҙары Төбәк Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге эксперттарынан консультация алған.
– 15 мартта төнгә тиклем Президент гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул ителде. Республиканан тәҡдим ителгән 542 проект 100 меңдән 28 миллион һумғаса торошло гранттарға дәғүә итә. Ресурс үҙәге эксперттар менән берлектә был йүнәлештәге эште конкурс иғлан ителгәнгә тиклем үк башлағайны. Ғинуарҙа вебинарҙар һәм тәүге консультациялар үтте. Ошо ваҡыт арауығында 100-ҙән ашыу проект буйынса тәҡдимдәр әйтелде, йәғни һәр проект эксперт тарафынан шәхсән ҡаралды, – тип билдәләне Төбәк Йәмәғәт палатаһы аппараты Ресурс үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Ҡадирова.
Конкурсҡа йомғаҡ ағымдағы йылдың июнендә яһаласаҡ. Ә 1 июлдән еңеүсе тип табылған проекттарҙы финанслау башлана.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bash-ortostan--aldin-ilar-i-bend-733339/
Читайте нас: