Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2021, 16:00

1 апрелдән пособие түләүҙә үҙгәрештәр көсөнә инә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә балалары булған ғаиләләр өсөн бик мөһим мәғлүмәт еткерелде. Һүҙ өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында бара. Был турала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова доклад менән сығыш яһаны.Шулай итеп, быйыл 1 апрелдән был түләүҙе биреү шарттары үҙгәрә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә балалары булған ғаиләләр өсөн бик мөһим мәғлүмәт еткерелде. Һүҙ өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында бара. Был турала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова доклад менән сығыш яһаны.
Шулай итеп, быйыл 1 апрелдән был түләүҙе биреү шарттары үҙгәрә.
– Рәсәй Президенты указына ярашлы, ғаиләләргә социаль ярҙамдың был төрө 2020 йылдан индерелгәйне. Түләү финанслашыу шарттарында башҡарыла, уның 88 проценты - федераль бюджеттан. Былтыр уның күләме биш мең һум самаһы, балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итә ине (4894 һум). Был дәүләт ярҙамын беҙҙең республикала 137 мең баланың ата-әсәһе алды, – тине Ленара Иванова.
Былтыр граждандар түләүҙе алыу өсөн ғариза ғына тапшырҙы һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә социаль ярҙам үҙәктәре белгестәре документтар тупланы. Ете миллион самаһы запрос эшкәртелде.
Быйыл 10 мартта ил Президенты Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйҙы, ул түләүҙе алыуҙың яңы шарттарын һәм яңы түләү кимәлен билдәләй. Бынан ары түләүҙең нигеҙ күләме, ошоға тиклемге кеүек үк, балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк (5038,50 һум). Әгәр был түләүҙе иҫәпкә алып та, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан артып китмәй икән, пособие күләме 7,5 мең һумға тиклем артасаҡ. Максималь түләү күләме лә ошолай уҡ билдәләнәсәк, ул 10 мең һумдан ашмаясаҡ. Бынан тыш, мөлкәт тә иҫәпкә алына башлаясаҡ.
– Арттырылған күләмдәге түләүҙе билдәләү өсөн ғариза менән ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Ғариза биргән көндөң ҡасан икәнлегенә ҡарамай, яңынан иҫәпләү 2021 йылдың 1 ғинуарынан алып башҡарыласаҡ. Әгәр ғаилә был түләүҙе ошоға тиклем алған икән, уларға ла уның күләмен яңынан иҫәпләтеү өсөн ғариза тапшырырға кәрәк, – тине министр.
Хәҙер был түләүҙе инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә ала аласаҡ. Бынан ары уларҙы тәрбиәләү өсөн түләнгән аҡса ғаилә килеме булып иҫәпләнмәйәсәк.
Быйыл да ғариза биргән саҡта документтарҙың ҙур өлөшө ведомство-ара хеҙмәттәшлек тәртибендә белгестәр тарафынан йыйыласаҡ.
Ленара Хәким ҡыҙы белдереүенсә, быйыл яңы шарттарҙа был тәүләүҙе республиканан 100 мең самаһы ғаилә ала аласаҡ.
Ғаризалар 1 апрелдән ҡабул ителә башлаясаҡ. Үҙгәрештәр буйынса кешеләргә аңлатма әҙерләнгән. Бөгөн журналистар өсөн ошо тема буйынса брифинг үтәсәк. Барлыҡ мәғлүмәттәр социаль селтәрҙәрҙә бар, шулай уҡ халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре белгестәре аша алып буласаҡ.
Түләүҙәр буйынса һорауҙар тыуһа, социаль ярҙам үҙәгенең күп каналлы телефоны буйынса шылтыратырға була. Уның номеры: 200-80-80.
Радий Хәбиров был эште ойошҡан рәүештә һәм ваҡытында башҡарырға ҡушты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/1-apreld-n-posobie-t-l----g-resht-r-k-s-n-in-740169/
Читайте нас: