Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2021, 09:15

1 АПРЕЛЬ-КӨЛКӨ КӨНӨ

Йола буйынса 1 апрелдә шаяндар тағы ла шаянлана төшә.Тәү башлап уны боронғо Римдә үткәргәндәр тигән фараздар ҙа йәшәп килә. Рәсәйҙә иһә был көн мәжүсилек осоронан күсеп килгән йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән дә бәйле. Элегерәк уны апрель башы һәм март аҙағында -көн менән төн тигеҙләшкән осорҙа байрам иткәндәр. Көн шаяртыуҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барған. Беренсе апрель береһенә лә ышанма тигән һүҙҙәр һаман да көнүҙәклеген юғалтмаған. Был көндәге шаяртыуҙар кешелек тарихындағы мөһим ваҡиғалар исемлегенә лә индерелгән.

Йола буйынса 1 апрелдә шаяндар тағы ла шаянлана төшә.
Тәү башлап уны боронғо Римдә үткәргәндәр тигән фараздар ҙа йәшәп килә. Рәсәйҙә иһә был көн мәжүсилек осоронан күсеп килгән йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән дә бәйле. Элегерәк уны апрель башы һәм март аҙағында -көн менән төн тигеҙләшкән осорҙа байрам иткәндәр. Көн шаяртыуҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барған. Беренсе апрель береһенә лә ышанма тигән һүҙҙәр һаман да көнүҙәклеген юғалтмаған. Был көндәге шаяртыуҙар кешелек тарихындағы мөһим ваҡиғалар исемлегенә лә индерелгән.
Көлөү – кеше күңеленең иң күркәм сифаты. Көлөү тормошто шат яһай, матурлай.Ә кешелә ошо гүзәл тойғоларҙы уята белгән яҙыусы – икеләтә бәхетле. Ул үҙенең күңел көрлөгө менән генә кинәнеп ҡалмай, башҡаларҙы ла тоҡандыра, шат кинәндерә. Көлөү шул шул уҡ ваҡытта үҙенә ҡаршы йүнәлдерелгән дошмандарҙы аяуһыҙ үлтерә лә! Тормошобоҙҙа көлкө, шаярыу булмаһа, йәшәүе ниндәй күңелһеҙ булыр ине. Көлкө көнөн күптәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, һәм үҙҙәренең дуҫтарынан, таныштарынан көлөү тураһында уйлай. Бындай ыңғай байрам тураһында оноторға ярамай. Көлкө көнө ысын күңелдән күңел асырға бер сәбәп бит ул. Көлөү ғүмерҙе оҙайта, йәшәүгә көс-дәрт бирә.
https://vk.com/wall-179134884_605
Читайте нас: