Бауырҙы үләндәр менән таҙартып була...
Бауырҙың ауыртыуы, ғәҙәттә, бар тәнгә бирә. Ашаған ашың "таш булып бата", ҡырын ятып та, ултырып та булмай, хәлһеҙлек, тын ҡыҫылыуы, тирләп барыусанлыҡ, тән тиреһе ҡарайыңҡырап ҡала, күңел болғана...Танышмы? Был бауыр ауыртыуға ишара! Шуға ла мәле-мәле менән бауырҙы таҙартып алыу мотлаҡ.
Һеҙгә халыҡ медицинаһынан рецептар тәҡдим итәбеҙ. Диуарығыҙға алып, һаҡлап ҡуйығыҙ!Бауырҙы таҙарта торған рецептар.
Әрем.
Әремдең әсеһе хатта холецистит һәм гепатиттан ярҙам итә! 2 балғалаҡ ҡоро әремде 1,5 стакан ҡайнар һыу менән төнәтегеҙ. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр төнәтмәне эсегеҙ. Дауаланыу курсы 2-3 аҙна. Был үлән шулай уҡ ашағанды эшкәртергә, аскарид кеүек башҡа төрлө паразиттарҙан да ҡотолорға ярҙам итә.
Бөтнөк
1 стакан ҡайнар һыуға 5 гр бөтнөк үләнен һалып 15 минут төнәтегеҙ. Әҙер төнәтмәне 3 сәғәт һайын 1 аш ҡалағы эсегеҙ. Бөтнөк ағыуланған организмды ла таҙалай. Ә бауырҙың ағыулы матдәләрҙән таҙартып, үтте күберәк эшкәртергә ярҙам итә.
Календула
Календула бауырҙағы алмашыныу процессын тиҙләтә, секрет функцияһын бүлеп сығарыуҙа, үтте эшкәртеүҙе тиҙләтә. 2 балғалаҡ сәскәне 2 стакан ҡайнар һыу менән 1 сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алығыҙ. Яртышар стакан әҙер төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр эсегеҙ.
Ромашка
1 аш ҡалағы ҡоро ромашканы 1 стакан ҡайнар һыу менән 20 минут төнәтегеҙ. Һөҙөп алғандан һуң иртәле-кисле яртышар стакан эсегеҙ. Ромашка бауыр ауыртыуын баҫа, спазмаларҙы сисә, бар организмды тынысландыра.
Һары мәтрүшкә
1 аш ҡалағы һары мәтрүшкәгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут дауамында ҡайнатығыҙ. Йәнә 20 минут төнәткәндән һуң көнөнә 3 тапҡыр эсегеҙ. Был үлән елһенеүҙе сисер, организмды нығытыр, нервы системаһын тынысландырыр.
Бауыр ауыртыуын дауалай торған был үләндәр бик яҡшы профилактика саралары ла булып торор. Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, үләндәрҙе төнәтеп эсегеҙ, тиҙ генә еңеләйеп китер.
Был үләндәрҙе айырым-айырым эсергә лә, бергә ҡушып төнәтмә яһарға ла мөмкин. Улар бер-береһе менән яҡшы күршеләр. Шулай уҡ антибиотик ҡулланғандан һуң да, оло табындарҙан һуң да (айырыуса спиртлы эсемлектәр ҡулланһағыҙ) курс менән эсеп алырға мөмкин.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото интернеттан.