Эйлестан
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2021, 07:59

Яңы көнөм

Яңы көнөм – яңы битеТормошомдоң.Башланғысы яңы бәхет,Уңышымдың!Китабымдың биттәре күп,Төрлөһө бар.Ти

Яңы көнөм
Яңы көнөм

ЯҢЫ КӨНӨМ

Яңы көнөм – яңы бите
Тормошомдоң.
Башланғысы яңы бәхет,
Уңышымдың!
Китабымдың биттәре күп,
Төрлөһө бар.
Тик шуныһы, ҡайһы биттәр
Тулы моң-зар.
Ҡайһы битен уҡығанда
Ҡыуанамым.
Бушҡа үтмәй йылдар, тиеп
Йыуанамын.
Йыртып булмай, оҡшамай тип
Бер битен дә.
Матур бер бит өҫтәр кәрәк,
Тим бөгөн дә...

Сәкинә ТОТМАНОВА.

Фото интернеттан.

Читайте нас: