Эйлестан
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь , 11:39

Мутлашыусылар ялған аккаунттарҙы нисек ҡуллана?

Мутлашыусылар мессенджерҙарҙа ялған аккаунттар булдыра һәм үҙҙәрен министрлыҡ, ведомство, компания һәм башҡа ойошма етәксеһе тип таныштыра.

Енәйәтселәр ялған аккаунттар ярҙамында ниндәй схемалар ҡуллана һәм уларҙан нисек һаҡланырға – Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.

Ялған аккаунтты дәрәжәле һәм юғары вазифалы кеше исеменә булдыралар. Ышандырырлыҡ булһын өсөн уның фотоһын да ҡулланалар. Мәғлүмәттәрҙе интернетта еңел табырға мөмкин.

Енәйәтселәрҙең популяр схемалары:
1. Аферистар кешеләргә начальниктары исеменән хат яҙа. Ышаныс тыуҙырыу өсөн ялған етәксе хат алышыуҙа кешенең исем-шәрифе менән мөрәжәғәт итә.
2. «Етәксе» профилле ведомствонан шылтыратасаҡтары тураһында хәбәр итә, шылтыратыусының күрһәтмәһе буйынса эш итергә һәм был һөйләшеү тураһында бер кемгә өндәшмәҫкә кәңәш итә.

Артабан алдаусылар, билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, аҡса иҫәбенә инеү һәм уны урлау маҡсатында конфиденциаль мәғлүмәт алырға тырыша. Мутлашыусылар кешенең «етәксегә» ышаныуынан һәм уның үтенесен кире ҡағырға ҡурҡыуынан файҙалана.

Нисек һаҡланырға?
- Таныш булмаған номерҙан килгән шылтыратыуҙарға һәм хәбәрҙәргә ышанмағыҙ.
- Башҡаларҙың үтенесе йәки күрһәтмәһе буйынса бер ниндәй банк операцияһы башҡармағыҙ.
- Мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә инанығыҙ — шылтыратыусы үҙен уның хеҙмәткәре тип танытҡан ойошмаға шылтыратығыҙ. Рәсми бәйләнештәрҙе ойошманың сайтында табырға мөмкин.

Таныш булмаған кешеләр үҙен кем генә тип таныштырмаһын, уға:
- паспорт мәғлүмәттәрен;
- банк картаһы мәғлүмәттәрен;
- СМС-хәбәр менән килгән кодтарҙы;
- үҙегеҙҙең аккаунт, шул иҫәптән интернет-банкҡа инеү өсөн ҡулланған логин һәм паролдәрегеҙҙе хәбәр итмәгеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: