Эйлестан
+16 °С
Облачно
Общие статьи
16 Июля , 10:08

Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бушлай парковкалар бирелә

Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бушлай парковкалар биреләБашҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бушлай парковкалар бирелә
Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бушлай парковкалар бирелә

Дәүләт хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам сараларын киңәйтеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарында урынлашҡан түләүле парковкалар менән бушлай файҙаланыу хоҡуғы. Был хаҡта республиканың Ветерандар ассоциацияһынан хәбәр иттеләр.

Ярҙам сараһынан файҙаланыу өсөн үҙеңдең транспортыңды төбәктең махсус электрон реестрына индерергә кәрәк. Бының өсөн ғариза яҙыу (Күп функциялы үҙәктә тултырырға мөмкин), шулай уҡ паспорт, транспортты теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы талап ителә.

Документтарҙы күп функциялы үҙәк офисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға мөмкин. Ғариза бер транспортҡа ғына бирелә. Документтарҙы вәкил тапшыра икән, уның шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаған документтар кәрәк. Хеҙмәт ун эш көнө эсендә күрһәтелә.

"Башинформ".

Автор:Зульфия Ширяева
Читайте нас