Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бөтөнләй икенсе төҫ алды: бында принцессалар йыйылды. Тотош республиканан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй ҡыҙҙар ата-әсәһе менән бергә – йәмғеһе 500 кеше – йыйылды. Балда ҡатнашыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Кескәй принцессалар өсөн икенсе тапҡыр ойошторолған был матур сара театрҙың фойеһынан уҡ башланды. Бәләкәстәрҙең һәр береһенә таж һәм браслет тапшырҙылар. Ғәжәйеп сихри донъяға уларҙы әкиәт геройҙары үҙҙәре саҡырҙы. Ә унда балаларҙы сихри шоу, бейеүҙәр театры сығыштары, һыбай йөрөү, интерактив спектаклдәрҙә ҡатнашыу һәм байрамса бал көтә ине.
"Яратҡан бәләкәй ҡыҙҙарыбыҙҙы 8 Март менән ҡотлайым. Был – һеҙҙең байрам! Ошо көндә беҙ, ирҙәр, һеҙҙе ҡотларға, ҡосаҡларға, бүләктәр бирергә тейешбеҙ. Быларҙың барыһын да бөгөн эшләйбеҙ, – тине республика Башлығы. – Барығыҙға ла һоҡланам. Ныҡлығығыҙға, яҡшы уҡырға теләүегеҙгә, әүҙем һәм матур булырға тырышыуығыҙға һоҡланам. Иң яҡшы, иң көслө, изге, миһырбанлы, аҡыллы әсәйҙәрегеҙгә ҙур рәхмәт! Һеҙҙе яратабыҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙҙең барлығыбыҙ хаҡында белегеҙ. Байрам менән!"
Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова ла ҡотлауҙарға ҡушылды. “Бәләкәй принцессалар балы” уның башланғысы, ярҙамы менән ойошторола.
"Тормошоғоҙҙа ауырлыҡтар осраһа ла, һәр көн йылмайыуығыҙ, шатланыуығыҙ, яҡын-тирәләге кешеләргә күңел йылыһы бүләк итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт", – тине ул.
Принцессалар “Осоусы карап” спектаклен ҡарағанда, республика Башлығы ошо байрам балын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән меценаттар менән осрашыу үткәрҙе. Радий Хәбиров уларға байрамды әҙерләүҙә булышлыҡ ҡылғандары, изге ғәмәлдәрҙе даими алып барғандары өсөн рәхмәт әйтте. Журналистар менән осрашыуҙа республика Башлығы, Өфөләге байрам барлыҡ муниципалитеттарға ла өлгө булырға тейеш, тип белдерҙе.
Ошондай әкиәти балда ҡатнашыу - һәр ҡыҙ баланың хыялы, әлбиттә. Быны бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Ошондай байрам бүләк ителеп кенә ҡалманы бөгөн, ә сара майҙанында дауалау, реабилитациялау йәһәтенән оҫталыҡ кластары, ата-әсә өсөн “Ғаилә” ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан психологик тренингтар үткәрелде, министрлыҡ һәм ведомстволар белгестәре һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса кәңәштәр бирҙе.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Bari-i-la-b-g-n-e-e--s-n-154887/