Эйлестан
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 21:30

МӘСЕТЛЕ РЙОНЫНДА - ҠОШСО ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ

Бөгөн Мәсетле районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә «Ҡошсо ырыуы йыйыны» I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Бөгөн Мәсетле районында Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә «Ҡошсо ырыуы йыйыны» I төбәк-ара съезының ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Сарала ҡоролтай вәкилдәре һәм Свердловск өлкәһенән Әртә, Красноуфимск, Башҡортостандың Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондары делегаттары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы райондың мәҙәниәт йорто артистары икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Конференцияла ҡатнашыусылар иғтибарына күргәҙмә тәҡдим ителде. Үҙенсәлекле этнографик материалдар, көнкүреш әйберҙәре, төрлө аш-һыу кәрәк-яраҡтары — былар барыһы ла Ҡошсо ырыуының тарихи үҙенсәлеклеге. Сигеү, түшелдерек- биҙәүестәр эшләү, кейеҙҙән әйберҙәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Ырыу тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләр айырыуса әһәмиәтле. Ҡорғат, Һөләймән, Юныс һәм башҡа ауылдар үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте. Дан аллеяһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ҡошсо ырыуынан күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: мәҫәлән, 18 йыл республика Юғары Советы Президиумына етәкселек иткән Фәйзрахман Зәғәфүрәнов, «Бейек Татр» партизан отряды командиры, Чехословакияның почетлы гражданы, педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин, билдәле ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Нәжибә Мәҡсүтова һ. б.
- Ырыуы, килеп сығышы тураһында һәр кем белергә тейеш. Бөгөнгө сара мәсетлеләрҙең тамырҙарына етди иғтибар биреүен күрһәтә, улар балаларының үткәнен белеүенең һәм шәжәрәләрен киләһе быуынға тапшырылыуының мөһимлеген аңлай, - тине сараны асып Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Ғилми-ғәмәли өлөштә тарих фәндәре кандидаты Флүр Дусмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия кураторы Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, «Башҡорт Википедияһы» проекты етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм экология ғилми-тикшеренеү институты бүлек мөдире Гөлфинә Юламанова, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Виталий Ихъяев, Мәсетле районы ҡоролтайы ағзаһы Әхмәтнур Хафизов сығыш яһаны.
Конференция оло йыйынға әҙерләнеү маҡсатында үтте. Ҡошсолар проблемаларын күтәреп сыҡты, һөҙөмтәлә, эшлекле әңгәмә ҡоролдо.
Сығанаҡ: https://vk.com/club20916055
Читайте нас: