Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 10:00

Яҡташ шағирәбеҙ Зөлфиә Ханнанованың "Таш-ҡатын" тип аталған яңы китабының исем туйы уҙҙы

Шиғырҙар шәлкеме һәм бер поэма ингән йыйынтыҡ башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе.

Шиғырҙар шәлкеме һәм бер поэма ингән йыйынтыҡ ике телдә - башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. Яңы баҫманың исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында үтте.
Зөлфиә Ханнанова - башҡорт поэзияһының һәләтле йондоҙо. Уның шиғырҙары үҙенең көсө, тамырлы, ерле һәм рухлы булыуы менән айырылып тора. Башҡорт ҡаатын- ҡыҙы исеменән шиғыр телендә көслө сығыш яһаған әҙибәнең һәр бер китабы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.
«Таш-ҡатын» йыйынтығына шағирәнең фәлсәфәүи һәм күңел шғырҙары ингән. Унда халыҡ яҙмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге, уйланыуҙар, үҙ-үҙенә мөрәжәғәт, тормош асылы хаҡындағы фекерҙәре ярылып ята.
Китаптың йөкмәткеһенә ингән шиғырҙар ике телдә яҙылған. Зөлфиә Ханнанова ижадын Сергей Янаки, Светлана Чураева, Татьяна Вострикова, Станислав Шалухин, Азамат Буранбаев, Лина Солтанова тәржемә иткән.

https://kurultai.ru/ba/content/2052-zhenshhina-iz-kamnya/
Читайте нас: