Эйлестан
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2021, 12:00

“АгроКомплекс-2021” күргәҙмәһендә минитрактор уйнатыла

23 – 25 мартта Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО комплексында ойошторолған “АгроКомплекс-2021” күргәҙмәһен ҡарарға килгән фермерҙарҙы һәм агросәнәғәт комплексы вәкилдәре араһында “РУСИЧ Т-12” минитракторы отошо ойоштороласаҡ. Был отош кесе йома 16 сәғәттә үткәреләсәк.

Унда ҡатнашыу өсөн агросәнәғәт комплексы өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә “АгроКомплекс-2021” күргәҙмәһенә килергә, анкета тултырырға һәм 25 мартта 16 сәғәттә отош ойошторолған урында булыу кәрәк. Бүләк осраҡлы рәүештә уйнатыласаҡ. Анкеталар араһынан еңеүсене һайлап аласаҡтар. Әгәр ул булмаһа, телефонына шылтыратасаҡтар һәм яуап ишетелмәһә, яңы еңеүсе асыҡланасаҡ. Шуға ошо хаҡта белмәй ҡалмағыҙ һәм үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Бәлки, уңыш һеҙгә йылмайыр?
“АгроКомплекс-2021” күргәҙмәһенә килгәндә, ул ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгәндәр өсөн бик мөһим. Өҫтәүенә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: