Эйлестан
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 14:05

27 МИЛЛИОН АҒАС УЛТЫРТЫЛАСАҠ

Рәсәйҙә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт алды. Быйылғы сара 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналасаҡ. Һуғышта һәләк булған 27 миллион яугирҙың һәр береһе иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыласаҡ.

Акцияға старт 18 мартта Севастополдә Еңеү паркында бирелде. Ә Башҡортостанда ағас ултыртыу апрель аҙағында башланасаҡ. “Хәтер баҡсалары” республикабыҙҙың бөтә райондарында барлыҡҡа киләсәк. Акция барышында 70 гектарға яҡын майҙансыҡта ағастар ултыртыласаҡ.
Акция Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы ярҙамында үткәрелә. Уны “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Еңеү полководецтары иҫтәлеге фонды ойоштора.
Сара тураһында тулыраҡ садпамяти2021.рф сайтында танышырға була.
Читайте нас: