Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 10:10

Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостандың һуғыш балалары" республика законын ҡабул итте

Тимәк, һуғыш осоронда тыуған балалар өсөн күп төрлө ташламалар, льготалар буласаҡ, пенсияларына бер ни тиклем өҫтәмә лә ҡаралған.

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
- Халыҡ менән осрашҡанда, граждандар ҡабул иткәндә беҙгә, депутаттарға, был һорау бик йыш бирелә торғайны: һуғыш осоро балаларына ниндәйҙер ташламалар, льготалар булырмы, уларға махсус статус бирелерме? Беҙ уларҙың борсолоуын яҡшы аңлайбыҙ, сөнки шул тиклем ауыр ваҡытта тыуғандар. Уларҙың балалығы урланған, һаулыҡтары ҡаҡшаған. Эйе, бында законды федераль кимәлдә ҡабул итеү ҙур сығымдар талап итә, шуға күрә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай инициативаны үҙ ҡулына алып, республикабыҙҙа уны ҡабул итергә булды. Был башланғыс менән беҙҙең "Берҙәм Рәсәй" партияһы сыҡты.
Тимәк, һуғыш осоронда тыуған балалар өсөн күп төрлө ташламалар, льготалар буласаҡ, пенсияларына бер ни тиклем өҫтәмә лә ҡаралған. Минеңсә, был мәсьәлә электән өлгөрөп еткәйне, өлкән быуын өсөн ул ныҡ кәрәк. Бик дөрөҫ ҡарар булды тип иҫәпләйем.
Закон төбәк кимәлендә ҡабул ителде, хәҙер башланғыс менән федераль кимәлгә лә сығырбыҙ, ул ил кимәлендә ҡабул ителер тип ышанам.
Законға ярашлы, "һуғыш балалары" статусына 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр эйә була ала. Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәре буйынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда 189 155 ошо осорҙа тыуған кеше йәшәй. Уларға ҡаралған льготалар араһында өҫтөнлөклө медицина ярҙамы алыу, стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына сираттан тыш юлламаларға эйә булыу хоҡуғы бар. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы указы менән билдәләнгән кимәлдә бер тапҡыр түләү ҡаралған. Бюджет килеме арта барған һайын ярҙам күләме лә артасаҡ.
Фото: culture.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/ll--asan-lg-r-p-etk-n-m-s-l-ine-732996/
Читайте нас: