Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 14:25

Биш айлыҡ ҡыҙын бөтөнләй ҡарамаған

Салауат районында спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатындың балаһын тартып алғандар. Биш айлыҡ сабыйҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһенә килтергәндәр.

Салауат районында спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатындың балаһын тартып алғандар. Биш айлыҡ сабыйҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһенә килтергәндәр.

Әсә балаһын яҡшылап ҡарамаған, йүнләп ашатмаған. Мәсетле ауылында көн күргән ҡатын сабыйынан баш тартҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡыҙсыҡ бик теремек, көләс.

Дауахананың баш табибы Надежда Дмитренко һүҙҙәренсә, кескәй пациентты дауалағас, опека хеҙмәтендә эшләүселәр уны Өфөләге Сабыйҙар йортона бирергә йыйына.

Хәҙер ҡыҙыҡайға памперс, балалар аҙығы кәрәк. Бөтә һорауҙар менән «Ғаилә» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, Пенсия фондының беренсе ҡаты (8-се, 9-сы бүлмәләр). Телефон 8 (34777) 2-06-12.

Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: