Эйлестан
+22 °С
Дождь
Новости
20 Июля , 04:56

Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты

Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осраштыРадий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты
Радий Хәбиров Андрей Каприн менән осрашты

16 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй онкологтар ассоциацияһы президенты, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-онкологы, медицина фәндәре докторы, профессор, академик Андрей Каприн менән осрашты. Көн тәртибендә – республика биләмәһендә «Онкопатруль» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт-ағартыу проектын тормошҡа ашырыу.

Осрашыуҙа Башҡортостандан Михаил Чумаков исемендәге Федераль иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшләү ғилми үҙәгенең генераль директоры, академик Айҙар Ишмөхәмәтов та ҡатнашты.

Радий Хәбиров республикала онкологик ярҙамды үҫтереүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм федераль ғилми үҙәктәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республикала бөтәһе 296 табип-онколог эшләй, шуларҙың 179-ы – амбулатор шарттарҙа. Онкология хеҙмәтенең һөҙөмтәле үҫеше шештәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә. Был тәү сиратта иҫкәртеү саралары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында республикала онкологик ауырыуҙар һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,3 процентҡа кәмегән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Онкопатруль» проекты 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ул, сирҙәрҙе иртә асыҡлау, сәләмәт йәшәү образы һәм онкологик һаҡлыҡ формалаштырыу юлы менән халыҡтың һаулығын һаҡлауға һәм үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан – проектҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылған төбәктәрҙең береһе. Был ваҡыт эсендә «Башҡортостан сода компанияһы», «Салауатбыяла» һәм «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» предприятиелары хеҙмәткәрҙәре диагностика үткән. 2026 йылда инициатива Ишембайҙа һәм Нефтекамала тормошҡа ашырылған. Төрлө профилле алдынғы онкологтар ҡатнашлығында медицина тикшереүен Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы һәм «НефАЗ» ААЙ хеҙмәткәрҙәре үткән. Шулай уҡ республиканың ультратауыш диагностикаһы табиптары, Нефтекама округы эндоскопистары һәм рентгенологтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторғандар. Ә 17-18 июлдә Өфөлә «Яман шештәрҙе ҡатнаш дауалау» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә, унда Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәге белгестәре оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтәсәк.

Андрей Каприн Башҡортостанда федераль проектты тормошҡа ашырыу кимәлен юғары баһаланы һәм республиканың идара итеү командаһына төбәктә онкология хеҙмәтен үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://glavarb.ru/

Автор:Зульфия Ширяева
Читайте нас