

Дүшәмбе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн батальон командиры, Рәсәй Геройы Тельман Уралбаев Шайморатов генерал миҙалы менән бүләкләнде.
– Батальондағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценттан ашыуы – Башҡортостан егеттәре. Беҙ Красноармейск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Һеҙҙең егеттәр үҙҙәрен ҡыйыу, тәрбиәле һәм тәүәккәл яугирҙар итеп күрһәтә, – тип билдәләне Тельман Уралбаев. – 27-се уҡсылар дивизияһы командованиеһынан һәм шәхсән үҙемдән иленә һәм халҡына тоғро яугирҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Шулай уҡ һеҙгә, хөрмәтле Радий Фәрит улы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими гуманитар ярҙам ойоштороуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә махсус хәрби операция бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Барығыҙға ла ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ, –тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Егеттәребеҙгә ҙур сәләм еткерегеҙ, барығыҙға ла уңыштар! Һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ.
***
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына юғары һөнәри оҫталығы өсөн Өфө ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова лайыҡ булды.
Медицина учреждениеһы етәксеһе хеҙмәтен юғары баһалағаны һәм һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙамы өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Был награда – күптән түгел үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләгән дауаханабыҙҙың эшен таныу. Мин баш табип булып 25 йыл эшләйем, һәм минең артымда – табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, лаборанттарҙы һәм операция бүлмәһенән сыҡмағандарҙың барыһын да берләштергән мең ярымлыҡ коллектив. Улар байрамдарҙы ла, ял көндәрен дә белмәй эшләй, – тине Ирина Карамова. – Радий Фәрит улы, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренең республиканың идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө булыуы һәм һеҙҙең яңы дауалау учреждениелары төҙөү, капиталь ремонт яһау һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу йәһәтенән ныҡлы позицияғыҙ өсөн рәхмәт. Был, әлбиттә, халыҡтың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға ҙур аҙым.
2027-2028 йылдарҙа Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында һәм 21-се ҡала клиник дауаханаһында ҡабул итеү бүлмәһе биналары төҙөү планлаштырыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Финанслау федераль характерҙа, шуға күрә ҙур үтенес – барлыҡ эштәрҙе ваҡытында ойошторорға, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы. – Сәләмәтлек менән бәйле һорауҙар килеп тыуғанда, кеше тәү сиратта ашығыс ярҙам хеҙмәтенә һәм поликлиникаға мөрәжәғәт итә. Быға һәр ваҡыт айырыуса иғтибар бүләбеҙ.
https://glavarb.ru/ba/news/event/Padiy-Xbipov-bashortostandy-dlt-nagradalaryn-tapshyry/