Эйлестан
+17 °С
Дождь
Новости
12 Августа , 15:00

Башҡортостан Башлығы төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙеБашҡортостан Башлығы төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе
Башҡортостан Башлығы төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе

12 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм оператив хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашлығында стратегик объекттарҙы һаҡлауҙы көсәйтеү мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Дошмандың пилотһыҙ осоусы аппараттары һөжүме артыуы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары күреү кәрәклеген билдәләне.

– Дошман пилотһыҙ һауа суднолары менән һөжүмде көсәйтә, – тине Радий Хәбиров. – Ҡайһы бер төбәктәрҙә инфраструктура объекттарына, логистика үҙәктәренә һөжүмдәр күҙәтелә. Ошоноң менән бәйле беҙгә һаҡланған объекттар исемлеген, уларҙың әһәмиәтен һәм пилотһыҙ аппараттар һөжүменең йүнәлешен, интенсивлығын иҫәпкә алып, актуалләштереү бурысы тора. Был объекттарҙың хужалары уларҙы пассив һаҡлау, пилотһыҙ һауа судноларын асыҡлау һәм уларға ҡаршы тороу саралары менән йыһазландырыуҙы тәьмин итергә бурыслы.

Ултырышта террористик һөжүмдәр хәүефе, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта ведомство-ара эш итеү, иҫкәртеү һәм диверсияға оператив яуап биреү шарттарында сәнәғәт эше мәсьәләләре ҡаралды.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса иң мөһим объекттар исемлегенә индерелгән предприятиелар етәкселәре өсөн тәҡдимдәр әҙерләнде.

https://www.glavarb.ru/

Автор:Зульфия Ширяева
Читайте нас