

22 августа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһында булды. Медицина учреждениеһы бинаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө.
Балалар поликлиникаһы 2026 йылдың ғинуарында эшләй башлаған һәм сменаһына 150-гә тиклем кешене ҡабул итә ала. Элек ул өлкәндәр өсөн поликлиника менән бер бинаны бүлешһә, хәҙер учреждение уның эргәһендә 3,2 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы айырым ике ҡатлы корпуста урынлашҡан.
Балаларҙы ҡабул итеү өсөн педиатрҙар һәм кардиолог, хирург, офтальмолог, оториноларинголог, логопед кабинеттары, физиотерапия һәм диагностика блоктары йыһазландырылған, бында шул иҫәптән электрокардиограмма, ультратауыш тикшереүе һәм эхокардиография кабинеттары урынлашҡан. Бынан тыш, поликлиникала көндөҙгө стационар эшләй.
Төбәк етәксеһе медицина учреждениеһында булды һәм коллектив менән аралашты. Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Анна Ғәйнетдинова һөйләүенсә, элек ҡайһы бер медицина ярҙамы артынан Өфөгә барырға мәжбүр булһалар, балалар поликлиникаһы асылып, заманса ҡорамалдар ҡуйылғас, белгестәр был хеҙмәттәрҙе урында күрһәтә башлаған. Коллектив бөтәһе 10 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.
Башҡортостан Башлығы учреждение мөмкинлектәрен юғары баһаланы һәм республиканың һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу федераль проектында әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
– Был программа буйынса беҙ алты объект төҙөнөк тә инде. Әлеге ваҡытта Иглинда поликлиника төҙөлә, киләһе йылда Стәрлетамаҡта эшләй башлайбыҙ. Бындай учреждениеларға ихтыяж бар әле, федераль ярҙамға ғариза тапшырасаҡбыҙ. Әлбиттә, Өфөлә ҙур эш көтөлә, унда поликлиникаларҙы яңыртыу буйынса республика программаһын тормошҡа ашырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең медицина сәнәғәте ҙур күләмдә заманса ҡорамалдар етештерә башланы, һәм улар үҙебеҙҙең учреждениеларҙа файҙаланыла.