Эйлестан
+17 °С
Ясно
Новости
24 Августа , 15:24

Радий Хәбиров Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙыРадий Хәбиров Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

24 августа Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Шайморатов генерал ордены менән танк батальонын тәьмин итеү взводының хужалыҡ бүлексәһе командиры, республика Хөкүмәте хеҙмәткәре Павел Пстыга бүләкләнде.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Алмаз Сафин исемендәге мотоуҡсылар батальоны бүлексәһе командиры Рим Әмирхановҡа Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙы.

Яуап һүҙендә хәрбиҙәр Башҡортостан Башлығына һәм республика халҡына махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәк етәксеһе республика махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Егеттәргә ҙур сәләм еткерегеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Беҙҙең батальондар төрлө хәлдәр кисерҙе һәм ныҡлы хәрби берәмектәр булыуын иҫбатланы.
https://glavarb.ru/ba/news/
Автор:Зульфия Ширяева
Читайте нас