

7 сентябрҙә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы моделле китапханалар эшенә старт бирҙе.
Учреждениелар Талбазы (Ауырғазы районы), Асҡын (Асҡын районы) һәм Ямаш (Балаҡатай районы) ауылдарында асылды. Муниципалитет башлыҡтары видеоэлемтә аша республика Хөкүмәтенә китапханаларҙы яңыртыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе
Төбәк етәксеһе район халҡы өсөн мәҙәни-ағартыу объекттарын булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Китапханаларыбыҙҙы яңыртыу менән етди шөғөлләнәбеҙ. Һәм улар ысынлап та халыҡты үҙенә тартып тороусы урындар булып китә. Ауыл халҡы яҡшы интерактив мөмкинлектәргә эйә бындай заманса учреждениеларға даими йөрөй, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина билдәләүенсә, һуңғы биш йылда «Мәҙәниәт» һәм «Ғаилә» милли проекттары сиктәрендә Башҡортостанда федераль средстволар ярҙамында 22 яңы быуын китапханаһы асылған. Тағы ла алты муниципалитет 2027 йылда ошондай учреждениелар төҙөүгә ғариза әҙерләгән.
Яңы форматтағы китапханалар классик уҡыу залының мөмкинлектәрен киңәйтә. Был китаптар һаҡлау урыны ғына түгел, ә өлкәндәргә һәм балаларға ваҡытты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү мөмкинлеген биргән урындар, – тип билдәләне Наталья Лапшина.