+12 °С
Облачно


14 сентябрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипованы Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсында еңеүе менән ҡотланы һәм дәүләт наградаһын тапшырҙы.
Юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тәрбиәсе «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.